Башҡортостан заманса студент кампустары төҙөлгән иң алдынғы төбәктәр төркөмөнә ингән

Һүҙ Рәсәй Хөкүмәте ярҙамында сафҡа индерелгән объекттар тураһында бара. Проект «Фән һәм университеттар» милли проекты сиктәрендә дәүләт-шәхси партнерлығы нигеҙендә тормошҡа ашырыла.

Был турала бөгөн Ил хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин рәйеслегендә уҙған видеокәңәшмәлә белдерелде. Унда күләмле төбәк проекттары тикшерелде. Хәбәр итеүебеҙсә, 2022 йылдың 14 декабрендә Халыҡ-ара бизнес аҙналығы сиктәрендә Башҡортостан Хөкүмәте менән «Эталон» компанияһы араһында вуз-ара кампус төҙөү тураһындағы концессия килешеүенә ҡул ҡуйылғайны. Евразия фән-белем биреү үҙәгенә ҡараған студенттар объектын төҙөү ике этаптта бара.

Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин Башҡортостандың федераль программаларҙа әүҙем ҡатнашыуын һәм алдынғы урын биләүен белдерҙе. Республика ике тиҫтәнән ашыу федераль программала ҡатнаша. Бындай юғары күрһәткес башҡа бер төбәктә лә юҡ. Радий Фәрит улы, һеҙҙең етәкселек аҫтында Башҡортостанда төҙөлөш йәнләнде. Ошо темпты кәметмәү мотлаҡ, тине вице-премьер.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ