IQ-паркта Башҡорт дәүләт медицина университеты лабораториялары урынлашасаҡ

Юғары уҡыу йорттары араһында төҙөлгән студенттар кампусында яҡын киләсәктә Башҡорт дәүләт медицина университеты лабораториялары урынлашасаҡ. «Фарма-үҙәк» һәм «биоинженерия үҙәге» лабораториялары IQ-парктың 4 һәм 5 ҡаттарын биләйәсәк. Улар импортты алмаштырыусы технологиялар булдырыу кеүек мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеү өҫтөндә эшләй. Юғары уҡыу йорто ғалимдары менән БЮТ ижади төркөмө осрашты.

Кеше һөйәген алыштырыусы имплант 3 Д принтер ярҙамында баҫыла. Пациенттың КТ томографияһы ентекле өйрәнелгәндән һуң, тап уға ғына ярашлы шәхсән имплант яһала. Аддитив технологиялар лабораторияһы ғилми хеҙмәткәрҙәре травматологияла ҡулланыу өсөн төрлө ҡулайламалар ҙа етештерә.

Ә был принтер кешенең тотош ағзаларын баҫырға һәләтле. Әлегә күҙәнәкле культуралар лабораторияһында кеше бауырының бәләкәй күсермәһе баҫылған, ул төрлө препараттар тәъҫирен тикшереү өсөн ҡулланыла. Лаборатория IQ-паркка күскәс, мөмкинлектәр ҙә киңәйәер тигән өмөттә ғилми хеҙмәткәрҙәр.

Уҡытыу-ғилми синтетика лабораторияһында яңы биологик актив матдәләр синтезы өйрәнелә. Әлеге мәлдә ғилми хеҙмәткәрҙәр күңел төшөнкөлөгөнә ҡаршы һәм ҡанды шыйығайтыусы препараттар нигеҙенә инәсәк синтетик ҡушылмалар менән эшләй, шулай уҡ фармакологтар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә.

Ғилми хеҙмәткәрҙәр бөгөн импортты алыштырыу маҡсатын ҡуя. Бының өсөн уңайлы шарттар кәрәк. Тиҙҙән лабораториялар юғары уҡыу йорттары араһында төҙөлгән студенттар кампусында - IQ-паркында урын аласаҡ, тимәк, яңы асыштар һәм эҙләнеүҙәр алда әле.

Лилиә Мәҡсүтова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ