Башҡортостанда бөгөн 5 биләмәлә урман яна

Рәсми мәғлүмәттәргә ярашлы, утты һүндереүгә 297 хеҙмәткәр, 68 берәмек техника йәлеп ителгән. Уларҙың яртыһынан күбеһе Белорет районы урмандарын һүндереүҙә ҡатнаша. Үҙән ауылы эргәһендә ялҡын 320 гектар майҙанды ялмаған. Ваҡиға урынынан БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин.

Урман янғындары һәр хеҙмәткәрҙәре ныҡлыҡҡа һынаны. Шул иҫәптән Денис Даньяновты ла. Замандашыбыҙҙың дөрөҫ координаталар еткереүе, бригадаларҙы бергә тупларға ярҙам итте. Һәр участкаға ваҡытында ебәрелгән техника ла үҙ һөҙөмтәһен бирҙе.

Белорет урман янғындарына ҡаршы көрәшкә Башҡортостандың Урман хужалығы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлыҡтары, төбәктең бар янғын һүндереү частары йәлеп ителде. Шулай уҡ ярҙамға республиканың эре сәнәғәт предприятиелары ла килде. Ҡеүәтле техникалар һалған бураҙналар тау битләүенән төшкән утты ҡулсаға алырға ярҙам итте.

Ҡоторған ҡыҙыл әтәскә хатта, бураҙналар ҙа кәртә була алмауы ихтимал. Юлды аша төшөүгә янған ағастарҙың ҡолауы ла сәбәп булып тора. Шуға ла ут һүндерелгән осраҡта ла биләмә хеҙмәткәрҙәр күҙәтеүендә ҡала.

Урман янғынын һүндереүгә 200-ләп хеҙмәткәр, 45 берәмек техника йәлеп ителә. Шул иҫәптән урында аэромобиль төркөмө лә эшләне. Һуңғыһы, бигерәк тә янғынды һауанан күҙәтеү өсөн мөһим.

Әйткәндәй, синоптиктар иртәгә республика биләмәһендә ямғыр яуыуын фаразлай. Яуым-төшөм оҙайлы булғанда, ҡатмарлы рельефтағы урман янғыны бер тәүлек эсендә һүндерелер ҙә ине.

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ