Радий Хәбиров Ҡыйғыла махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙәрҙең ата-әсәләре менән осрашты

Илгизәр Зиннуров, Морат Йосопов, Винер Сәйфуллин, Илгиз Латыпов ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡтары өсөн, үлгәндән һуң, Ҡаһарманлыҡ орденына күрһәтелгән. Башҡортостан Башлығы һалдаттарҙың ата-әсәләренә ысын ир-егеттәр, ышаныслы Ватан һаҡсылары тәрбиәләгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе, республика кардиология диспансерында дауаланыу үтергә тәҡдим итте. “Һеҙҙең улдарығыҙ ысын геройҙар. Улар бурыстарын намыҫ менән үтәне. Беҙ улар менән ғорурланабыҙ. Маҡсатыбыҙ уларҙы онотмау һәм ир-егеттәрҙең ғаиләһе, балалары һәм ата-әсәләренә хәстәрлек күрһәтеү”, - тине республика етәксеһе.

Радий Хәбиров хәрбиҙәрҙең ғаиләһенә ярҙам итеүҙе шәхси контролендә тота.

Башҡортостан Башлығы яугирҙәрҙең яҡындарына Шайморатов орденын тапшырҙы.

Фото №1 - Радий Хәбиров Ҡыйғыла махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙәрҙең ата-әсәләре менән осрашты
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ