Радий Хәбиров Йүкәкүл ауылы янында урынлашҡан “Маяҡ” лагерында булды, унда ял итеүсе балалар менән аралашты.
Лагерь биләмәһендә “Патриот” хәрби-патриотик парк филиалы булдырыла. Ул Ҡыйғы, Салауат, Мәсетле, Дыуан, Балаҡатай, Асҡын һәм Ҡариҙел райондары юғары класс уҡыусылары өсөн башланғыс хәрби әҙерлек уҙғарыу урыны булараҡ йыһазландырыла. “Балалар өсөн яҡшы шарттар булдырыла”, - тине Радий Хәбиров. Лагерь йыл әйләнәһе һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы булараҡ эшен дауам итә.
“Маяҡ” балалар лагерында төҙөкләндереү эштәре август айында башлана.







