Утҡа ҡаршы көрәшкә ҡеүәтле техника. Ишембай районы Этҡол ауылы биләмәһе ҡотҡарыусылары яңы янғын һүндереү машинаһы менән тәьмин ителде. «Урал» шассиһында ҡоролған автоцистернаға ихтыяж юғары булған. Янғын һағы хеҙмәте ете ауылды хеҙмәтләндерә, яңы транспорт сараһы ут сыҡҡан урынға тиҙерәк барып етеү мөмкинлеген арттыра. Хеҙмәткәрҙәргә махсус эш кейемдәре лә тапшырылды.






