Радий Хәбировтың Ҡыйғы районына эш сәфәре дауам итә

Республика башлығы бөгөн Ҡыйғы районына эш сәфәре барышында Үрге Ҡыйғы ауылында Балаҡатай, Дыуан, Ҡариҙел, Ҡыйғы, Мәсетле, Нуриман һәм Салауат райондарының ауыл биләмәләре башлыҡтарының  семинарында ҡатнашты. Сара алдынан Радий Хәбиров урындағы предприятиелар һәм фермерҙар продукцияһы күргәҙмәһен ҡараны, “Ышаныслы тыл” ирекмәндәр штабы вәкилдәре менән осрашты. Улар махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан яугирҙәргә пилотһыҙ осоу аппаратары буйынса курстар уҙғара.  Республика етәксеһе урындағы ДОССАФ бүлексәһенең хәрби техника өлгөләре менән танышты, йәш быуынға  белем биреү үҙенсәлектәре менән ҡыҙыҡһынды.

Фото №1 - Радий Хәбировтың Ҡыйғы районына эш сәфәре дауам итә
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ