Өфөлә яңы физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлә башланы

Ул Сипайлово биҫтәһенең Максим Рыльский урамында урынлашҡан. Бина эсендә футбол манежынан тыш, тренер, процедура һәм табип кабинеттары, шулай уҡ спорт инвентарҙарын һаҡлау өсөн айырым бүлмәләр ҡаралған. Спорт объекты көнөнә 600-ҙән ашыу кешене ҡабул итә аласаҡ. Әлеге ваҡытта төҙөүселәр металл конструкцияны ҡора башлаған. Ул йәмғеһе 120 тонна тимерҙән тора. Яңы физкультура-һауыҡтырыу комплексын йыл аҙағында файҙалыуға тапшырыу көтөлә.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ