Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Үрге Ҡыйғы ауылында махсус хәрби операция барышында һәләк булған яугирҙар - Морат Йосопов, Винер Сәйфуллин һәм Илгиз Латиповтарҙың ата-әсәләре менән осрашты.
Әңгәмә барышында төбәк башлығы геройҙарҙың ата-әсәләренең тәрән ҡайғыһын уртаҡлашты һәм уларға ысын ир-егеттәр, ҡыйыу ил һаҡсылары тәрбиәләгәне өсөн рәхмәт белдерҙе. Егеттәрҙең өсөһө лә һәләк булғандан һуң «Батырлыҡ» ордены менән бүләкләнгән булған. Улар шулай махсус хәрби операция барышында күрһәткән батырлығы өсөн Шайморатов орденына ла лайыҡ. Юғары награда осрашыу барышында геройҙарҙың ата-әсәләренә тапшырылды. Башҡортостан етәксеһе ата-әсәләрҙе Республика кардиология диспансерында махсус программа буйынса реабилитация үтергә саҡырҙы. Радий Фәрит улы геройҙарҙың ғаиләләренә һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәген һәм был мәсьәләне шәхси күҙәтеүҙә тотоуын билдәләне.



