Байым ауылы биләмәһендә уҙған сараға хәрби хәрәкәттәр, ҡораллы көстәр ветерандары, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың яҡындары саҡырыла. Бында һәр кемгә бушлай медицина, психологик, социаль, юридик ярҙам алыу мөмкинлеге була. Фестивалдә тыуған яҡты өйрәнеүселәр, ғалим-фольклорсылар, этнографтар, сертификаттары булған халыҡ табиптары ҡатнаша. Шулай уҡ биҙәү-ҡулланма сәнғәт буйынса күргәҙмә-йәрминкәләр эшләй.







