Өфө фән һәм технологиялар университеты Рәсәй мәғариф министрлығы грантын аласаҡ

Юғары уҡыу йорттарын берләштереүҙең тағы бер һөҙөмтәһе. Өфө фән һәм технологиялар университеты «Авиатөҙөлөш тармағы өсөн кадрҙар әҙерләү үҙәге» кластерын булдырыуға Рәсәй мәғариф министрлығы грантын аласаҡ. Уның күләме 100 миллион һум. Һөйөнөслө яңылыҡ менән социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров уртаҡлашты.

«Был университеттың уҡыу корпустарында 8 инновацион майҙансыҡ - заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған авиа тармаҡ өсөн кадрҙар әҙерләүҙең төрлө йүнәлештәре буйынса лабораториялар. Тағы ла 50 миллион һумды индустриаль партнерҙар - Башҡортостандың авиация сәнәғәте предприятиелары берлектә финанслай. Был компаниялар студенттарҙан юғары класлы белгестәр әҙерләй. Ә йәштәр киләсәктә ҡайҙа эшләйәсәктәрен алдан белә.

Өфө фән һәм технологиялар университеты командаһын ҡотлайым! Барыһына ла уңыштар!» - тип яҙған Башҡортостан башлығы.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ