Республика халҡы Әбйәлил районы Хәмит ауылында янғындан зыян күреүселәрҙе яңғыҙ ҡалдырманы

Берәүҙәр һүҙ, икенселәр аҡсалата ярҙам күрһәтте. Хәбәр итеүебеҙсә, томра эҫе һаҡланған дүшәмбе өс йорт янып көл-күмергә әйләнде. Бер өйҙә өләсәһе тәрбиәләгән өс етем бала, икенсеһендә ишле балалар үҫтергән ғаилә урамда ҡалды. Өсөнсө өй буш торған. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Көл-күмергә ҡалған йорт ихатаһын ғаилә һәм уларҙың туғандары тәртипкә килтерә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Хәмит ауылында ғәҙәттән тәш хәл дүшәмбе көндөҙгө сәғәт 3-ҙә теркәлә. Дүрт йорт-ҡура һанаулы ваҡыт эсендә юҡҡа сыға. Бәхеткә, хужалар үҙҙәре ҡазаланмай. шулай ҙа тиҫтәләрсә ҡош-ҡорт, ике баш быҙау ут ҡорбанына әйләнә.

Йорт-ҡура менән бергә, ауыл хужалығы техникаларынан ҡоро тимер генә тороп ҡала. Бер аҙна элек кенә ғаилә трактор өсөн мәҫәлән, кредиттың һуңғы айы өсөн иҫәпләшкән.

Мәғлүм булыуынса, янғын урталағы йорттан башланып, күршеләргә тоҡанған. Урындағы халыҡ бар көсө менән һүндерергә тырыша, әммә аномаль һауа торошона ҡаршы тора алмай.

Ут телдәре юл аша урынлашҡан йортҡа ла күсеп өлгөрә. Бәхеткә, ваҡытында күрелгән саралар ярҙамында ул һаҡлап ҡалына. Быға ауылдың үҙ янғын һүндереү техникаһы булыуы ярҙам итә.

Хәмит ауылында зыян күреүселәрҙең бәләһен тотош республика халҡы уртаҡлашты. Аҡсалата ярҙам ойошторолдо. Изге эштән ошо ауылда тыуып-үҫкән Азамат Зәйнетдинов та ситтә ҡалманы. Ул бер-нисә көн эсендә тәүге сумманы бәләгә тарыусы ғаиләләргә тапшырҙы ла инде.

Берҙәмлек, матди ярҙам зыян күреүселәрҙе янғыҙ түгелдәре икәнен күрһәтте. Бөгөн улар яңыса тормош башларға әҙер, иң мөһиме барыһы ла иҫән-һау.

Азат Ғәлиуллин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ