Өфөлә Ағиҙел аръяғы территорияһында инженер селтәрҙәрен төҙөү буйынса проект тормошҡа ашырыла

Өфөлә Ағиҙел аръяғы территорияһында инженер селтәрҙәрен төҙөү буйынса күләмле проект тормошҡа ашырыла. Ул бер нисә этапта башҡарыла, шуларҙың береһе Киров һәм Дим райондарында һыуүткәргесте төҙөүгә ҡайтып ҡала. Был обьект 4 миллион квадрат метр майҙанда сафҡа инәсәк йорттарҙы эсәр һыу һәм канализация менән тәьмин итәсәк. Күләмле проекттың тәүге этабы һөҙөмтәләре тураһында Лилиә Мәҡсүтова репортажында.

Экскаватор водителе ҡеүәтле техника менән еңел генә идара итә. Әтерһең дә, уйнап эш итә. Килтерелгән балсыҡты ул яңы һыуүткәргесте күмеү өсөн йөк машиналарына тейәй. Пугачев урамында ҡулланыусыларҙы өҙлөкһөҙ һыу менән тәьмин итеү системаһын төҙөүҙөң тәүге этабы тамамланған.

Инженер селтәрҙәрен төҙөү буйынса күләмле проекттың бер өлөшө Киров һәм Дим райондарында тормошҡа ашырыла. Торбаларҙың дөйөм оҙонлоғо 43 саҡрым. Әле Пугачев һәм Колгуев урамдарында 20 саҡрым торбалар һалынған. Шулай уҡ урында юлға ҡырсынташ түшәлә, 1 сентябрҙә эш тамамланыр тип көтөлә.

Һыуүткәргесте төҙөү Ағиҙел аръяғы, Күзнецов Затоны, Башҡортостан сәскәләре, Кооператив биҫтәһе, Дим һәм Яркий микрорайондарын, Баланов биҫтәһен әсәр һыу менән тәьмин итәсәк. Әле эшләгән һыуүткәргесте япмай һәм урында йәшәүселәргә ҡыйынлыҡ тыуҙырмайынса, яңыһын булған селтәрҙәргә өҫтәп төҙөйбөҙ.

Вячеслав Чехуров, участка етәксеһе

Ағиҙел аръяғы территорияһында инженер селтәрҙәрен төҙөү буйынса күләмле проекттың икенсе өлөшө 31 августҡа тиклем дауам итә, ошо осорҙа Баҡы һәм Колгуев урамдарының бер өлөшө ябыла. Йәмәғәт транспорты маршруттары ла үҙгәрәсәк, уны ҡала хакимиәте сайтында ҡарарға мөмкин.

Лилиә Мәҡсүтова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ