Өфө урамындағы ремонт археологик ҡаҙыныу эштәренә әйләнде. Ҡалын асфальт ҡатламын ремонтлар алдынан ҡаланың боронғо урамы табылған. Әле ваҡиға урынында ғалимдар етәкселегендә баш ҡала юғары уҡыу йорттары һәм колледждарынан ирекмәндәр эшләй. Был хаҡта киләһе сюжетта.
19-сы быуат башында Октябрь Революцияһы урамы - Оло Ҡазан тип йөрөтөлгән. Ҡаҙыныу эштәре барышында археологтар шул ваҡыттағы урамдың киңлеген асыҡларға тырыша. Әле юл аҫтында 1816 йылдағы ҡурҡыныс янғын тураһында дәлилдәр табылған. Ғалимдарға ярҙамлашыусы ирекмәндәрҙә лә тарихи урын ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан.
Керамик әйберҙәр, мал һөйәктәре, көршәк һәм төрлө һауыт-һаба ярсыҡтары. Ә табылған тәңкәләр - айырым тарих. Күрһәтелгән хәрефтәр уларҙың Екатеринбургта баҫылғанын аңлата.
Ер аҫтындағы ҡомартҡыларға зыян килтермәйенсә сығарыу оҙайлы ваҡыт талап итә. Шул уҡ ваҡытта йәй аҙағына тиклем ҡаҙыу эштәре тамамланырға тейеш. Археологтар үҙ алдына ошондай маҡсат ҡуя.
Илүзә Вәлитова






