Ул Евразия күсмә халыҡтар цивилизацияһы галереяһына нигеҙ һалыу сараһы булып тора. Пленэрҙа Рәсәй төбәктәре һәм Башҡортостан рәссамдары ҡатнаша. Улар Тура-хан мавзолейында, “Торатау” геопаркында, Шүлгәнташ мәмерйәһендә була. Ижадсыларҙың эштәре эпос, легенда һәм әйтештәргә бағышлана. Симпозиум аҙағында “Шүлгәнташ” музейында күргәҙмә ойоштороу ҡарала.




