Капиталь ремонтты август уртаһына тамамлау планлаштырылған. Ҙур Президент программаһын тормошҡа ашырыуға быйыл федераль бюджеттан йәмғеһе 3 млрд 600 миллион һум аҡса алынған. Башҡортостан ҡаҙнаһынан өҫтәмә рәүештә 690 миллион һум бүленгән. Белем усаҡтары биләмәһен тәртипкә килтереү, хәүефһеҙлек мәсьәләләренә лә иғтибар йүнәлтелә. Билдәле булыуынса, Бөрө районында бер юлы дүрт мәктәп яңыртыла. Ремонт барышы менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра
Бөрө районы Осиновка ауылы мәктәбенә ярты быуат элек нигеҙ һалынған. Күләмле юбилей датаһына дәүләт программаһы буйынса капиталь ремонт ойошторолған, бина заманса яңыртыла. Әлегә фасад тышҡы яҡтан йылытылып, сағыу төҫтәргә инә башлаған. Подрядсы компания барлыҡ эштәрҙе ваҡытында - август уртаһына тапшырырға планлаштыра
Бинаны эске яҡтан биҙәкләү эштәре лә алып барыла. Кабинеттар күпкә яҡтыраҡ, йылы буласаҡ. Ишек-тәҙрәләр, мебель тулыһынса яңыртыла, иҙәнгә линолеум йәйелә. Уҡыу процесын ойоштороуға компьютерҙар, интерактив техника һатып алынған. Төҙөкләндереү эштәре тамамланыу менән бүлмәләр йыһазландырыла башлай. Шул уҡ ваҡытта мәҙәни саралар уҙғарыуға тамаша залы булдырылыуы ла педагогик коллектив һәм уҡыусылар өсөн ҡыуаныслы ваҡиға
Бөрө районында тағы ла өс белем усағы капиталь ремонт буйынса президент программаһында ҡатнаша. Былтыр Ҡаланың 4се мәктәбе, Бахтыбай һәм Баженов ауылдарындағы учреждениеларҙа төҙөкләндереү эштәре башланған, яңыртылған объекттар 1 сентябрҙә уҡыусыларҙы ҡабул итәсәк.
Баженов ауылы мәктәбен генә алайыҡ, бай тарихлы белем усағында капиталь ремонт тәүгеләрҙән булып тамамланған. Программа буйынса ҡабул ителгән заманса техника, мебелды урынлаштырырға ғына ҡалған. Химия, биология, физика кабинеттарының матди-техник базаһын нығытыуға «Үҫеш нөктәһе» проекты ла булышлыҡ иткән.
Федераль программа сиктәрендә уҡытыусылар квалификацияһын күтәргән. Балалар менән эшләүҙә яңы мәғариф программалары өйрәнелгән. Педагогтар билдәләүенсә, ремонттан һуң мәктәптә уҡытыу процессын ойоштороуға уңайлы шарттар булдырылған
Бөрө районында капиталь ремонтҡа мохтаж барлыҡ белем усаҡтарын яңыртыу ҡаралған. Киләһе йыл президент программаһы буйынса тағы ла ун ике мәктәптә капиталь ремонт башлана. Йәғни, үҫешкә старт бирелә.
Гөлназ Хәйбуллина



