Быйылғы уңышты йыйыуҙы иң тәүгеләрҙән булып Үҙәк машина-технология станцияһының Илеш филиалы башлап ебәрҙе.
Төбәктең агросәнәғәт предприятиелары яҙғы сәсеүҙе ваҡытында һәм сифатлы итеп башҡарып сыҡҡан. Минераль ашламалар ҙа ваҡытында индерелгән. Шуға күрә ер хужаларының мул уңышҡа өмөтө ҙур.
Үҙәк машина-технология станцияһының Рим Шәмсетдинов етәкселек иткән Илеш филиалы ураҡты ужым бойҙайын урыуҙан башлаған. Баҫыуҙа ҡеүәтле «Макдон», Ньюхоланд» комбайндары эшләй. Тәжрибәле механизаторҙарға ярҙамға Башҡорт аграр-технология колледжы студенттары ла килгән.
Ишҡар ауылы эргәһендәге 50 гектар майҙанда «Ноершовский» сорты сәселгән. Гектар ҡеүәте 24 центнер тирәһе. Ялан батырҙары аяҙ көндөң бер минутын да әрәм итмәҫкә, бураларға мул уңыш һалырға тырыша. Филиал етәкселеге эш өҙөклөкһөҙ барһын өсөн баҫыуҙа уҡ туҡландырыу ойошторған, хеҙмәт алдынғылары өсөн дәртләндереү саралары ла ҡаралған. Хужалыҡ алдында 3 мең ярым гектар майҙанды урып-һуғыу бурысы тора.






