Йәрмәкәй районы Ҡолбай ауылы мәсете манараһына ай ҡуйылды

Ҡолбай Йәрмәкәй районының тарихи ауылдарының береһе. Уға 18-се быуатта уҡ ҡыр-ялан башҡорттары нигеҙ һалған. Ауылда тәү төҙөлгән тәүге иман йортоноң тарихы ла 1900 йылдар башына барып тоташа. Башҡа тарафтарҙағы кеүек колхозлашыу осоронда Ҡолбайҙа ла мәсеттең манараһы ҡолатылып клуб итеп үҙгәртелә. Ерле халыҡ йылдар дауамында изге йорт хаҡында хыяллана. Ниһайәт, теләк «Атайсал» проекты ярҙамында тормошҡа ашырыла.

Иман йортон төҙөүгә Ҡолбай халҡы әүҙем ҡушыла, һәр кем үҙ өлөшөн индерә. Ауылдың имам хатибы Рәсих хәҙрәт Баһауетдиновтың, ҡолбайҙарҙың тырышлығы менән ике йыл эсендә бура бурала, ҡыйығы ябыла. Хәҙер манара ла ярым ай ҙа балҡып тора. Хужалар ҡалған төҙөлөш эштәрен дә яҡын арала тамамлап ҡуйырға йыйына.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ