«Йәйләү»ҙә илһөйәрҙәр тәрбиәләнә. Ейәнсура районының «Ал елкән» йәйге балалар лагерында профилле смена дауам итә. Халыҡ-ара кимәлгә сыҡҡан проект төбәктә икенсе йыл ойошторола. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
21 көнгә иҫәпләнгән «Йәйләү» лагерында балалар өсөн төрлө саралар ҡаралған. Һуңғы йылдарҙа киң билдәлелек алған бард мәҙәниәте лә профилле сменаны урап үтмәне. «Ҡош юлы. Балалар» форматында ойошторолған конкурста тиҫтәләп ҡатнашыусы сығыш яһаны. Үҙ көсөн күренекле халыҡ яҙыусыһы Яныбай Хамматовтың бүләсәһе Нәйлә Атнағолова ла һынап ҡараны. Гитарала өс йыл ғына уйнауына ҡарамаҫтан ул бөгөн йырҙарға кавер яҙҙыра, илһамланып ижад итә.
«Ҡош юлы. Балалар» башҡорт бард конкурсында малайҙар - ҡыҙҙар гитараларҙа үҙҙәре яҙған йырҙар, билдәле йырсыларҙың ижадынан алынған композициялар менән дә сығыш яһаны. Шулай уҡ сара сиктәрендә айырым вокал конкурсы ойошторолдо. Иң-иңдәр баһалама ағзалары тарафынан билдәләнде.
Әлбиттә, «Йәйләү» лагеры тик башҡорт бард мәҙәниәте менән генә сикләнмәй. Профилле сменаның төп үҙенсәлеге ял итеүселәрҙең отрядтарға түгел, ә ырыуҙарға бүленеүе. Уға ярашлы, һәр кем ағасы, ҡошо, тамғаһы, ораны менән бергә, йыр тәҡдим итте.
«Йәйләү» профилле сменаһы тап ил инәһе Мәрйәм Бураҡаеваның махсус педагогик программаһы ярҙамында тормошҡа ашырыла ла инде. Лагерҙа ял итеүселәр башҡорт мөхитенең мәҙәни үҙенсәлегенә төшөнә. Һәр кем күңеленә яҡын шөғөлөн таба.
30 йылдан ашыу тарихы булған Ейәнсура районындағы «Ал елкән» лагеры һуңғы йылдарҙа заманса үҙгәреш кисерә. Бер-бер артлы объекттар асыла, яңылары төҙөлә.
«Йәйләү» ғөмүмән, балаларҙың физик сәләмәтлеген нығытыуҙы, уларҙы илһөйәр шәхес итеп тәрбиәләүҙе, рухи яҡтан үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуя. Иҫтәлекле, ыңғай тәьҫораттарға бай ял осоро файҙалы үтә.
Азат Ғәлиуллин



