Хәйбулла районында көтөлгән спорт объекттары асылды

Бүребай ауылында физкультура-һауыҡтырыу комплексы сафҡа инһә, Аҡъярҙа бассейн, Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер майҙансығы файҙаланыуға тапшырылды.

Яңы «Таналыҡ» бассейны тәүге спортсыларҙы ҡабул итә. Уны беренсе булып йөҙөп сығыу хөрмәте спорт мастерҙарына, шулай уҡ төрлө спорт төрҙәрендә еңеү яулағандарға бирелде. Бассейнды асыу тантанаһы ысын байрамға әйләнде, сөнки олоһо ла, кесеһе лә был ваҡиғаны көтөп алған.

Бассейн «Республикабыҙҙың 100 йыллығына 100 объект» проекты буйынса төҙөлгән, оҙонлоғо 25 метр, киңлеге - 9 метр. Йөҙөү юлы дүртәү. Мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн дә уңайлыҡтар булдырылған. Шулай уҡ бинала душ, сауна, тренерҙар һәм медицина хеҙмәткәре бүлмәләре бар.

Руслан Хәбибов, Башҡортостандың Спорт министры

Башҡортостан Башлығы һәр районда бассейн булдырыу тигән бурыс ҡуйҙы, балалар йөҙөргә өйрәнергә тейеш, был тәү сиратта сәләмәт киләсәк быуын тәрбиәләнә тигән һүҙ. Федераль программа буйынса урында шулай уҡ ГТО майҙансығы ла булдырылды, киләһе йылда спорт күрһәткестәре буйынса Хәйбулла районы ун алдынғы муниципалитет исемлегенә инер тигп уйлайым.

Ошо уҡ көндә Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер майҙансығы файҙаланыуға тапшырылды. Был республикала ошондай 54-се объект. Заманса йыһазландырылған яңы спорт үҙәгендә шөғөлләнергә теләүселәр көндән-көн арта.

Бүребай физкультура-һауыҡтырыу комплексы ҡасаба халҡының күптәнге хыялы. Райондарҙа бындай күләмле спорт объекттары асылыуы йәштәргә һәм мәктәп уҡыусыларына сәләмәт тормош алып барыусылар өсөн киң мөмкинлектәр аса.

Дилә Фазылова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ