Республикаға илдең 10 төбәгенән эҙәрмәндәр йыйылды. Төбәк-ара уҡыуҙарҙа тәжрибәле ҡотҡарыусылар ирекле хәрәкәткә яңы ҡушылыусылар өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Сара сиктәрендә урманда шартлы аҙашыусыны эҙләү ҙә ойошторолдо. Уҡыуҙарҙы асыу тантанаһында ирекмәндәрҙе Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров тәбрикләне. Ҙур йөрәкле ҡотҡарыусылар тураһында БЮТ ижади төркөмө әҙерләгән репортаж.
Уларға һуңғы өмөт менән киләләр. «ЛизаАлерт» отряды ирекмәндәре юғалыусыларҙы эҙләй. Кеше ҡайғыһына битараф булмаған Вәғизовтар ғаиләһе лә илдә билдәле булған эҙәрмәндәр хәрәкәтенә ҡушылған. Ике йыл эсендә улар ҡыуаныслы ла, фажиғале лә осраҡтарға тап була.
«ЛизаАлерт» ирекле эҙләү-ҡотҡарыу отряды уҡыуҙарын асыу тантанаһына республика башлығы Радий Хәбиров та килде. Республика етәксеһе эҙәрмәндәргә ихтирам һәм рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Уҙған йыл һөҙөмтәләре буйынса, Башҡортостан ирекмәндәре 460 кешене иҫән-имен килеш тапҡан.
Өфө районында үткәрелгән уҡыуҙарға Рәсәйҙең 10 төбәгенән эҙәрмәндәр йыйылды. Уларға тәжрибәле ҡотҡарыусылар компас менән эш итеү, картография һәм навигация нескәлектәре, урманда тауыш ярҙамында эҙләү ҡағиҙәләре тураһында һөйләне.
Эҙәрмәндәр отряды ил буйынса 40 меңдән ашыу кешене берләштергән. Хәрәкәттең исеме 4 йәшлек Лиза исемле ҡыҙ тарихы менән бәйле. 2010 йылда ул урманда юғала, ирекмәндәр уны 10-сы тәүлектә генә таба, ҡыҙғанысҡа күрә, улар бер нисә сәғәткә һуңлай. Алерт инглиз теленән «хәүеф сигналы» тигәнде аңлата. Ошо осорҙа ябай кешеләр көсө менән 30 меңдән ашыу кешенең ғүмере ҡотҡарылған.
Сара сиктәрендә хәрәкәткә яңы ҡушылған ирекмәндәр өсөн урманда шартлы юғалыусыны эҙләү ҡаралған. Таңғы 4 тиклем барған күнекмәлә ирекмәндәр уҡыу барышында үҙләштергән белемен файҙалана ала.
«ЛизаАлерт» ирекле эҙләү-ҡотҡарыу отряды төрлө быуын, милләт кешеләрен берләштерә. Ирекмән төп эшенән буш ваҡытта айына бер көн генә ярҙамға ҡушылған осраҡта ла, бер кешенең ғүмере ҡотҡарылыуы ихтимал тип билдәләй эҙәрмәндәр.
Отрядтың әүҙем эшмәкәрлегенә битараф булмаусылар хәйриә ярҙамын күрһәтә. Төп сығымдар - автомобиль яғыулығы һәм ҡорамалдар. Ә шулай ҙа иң кәрәкле һәм мөһим ресурс ул - кешеләр.
Лилиә Мәҡсүтова



