Ишле ғаилә - ил күрке. Баймаҡ районында биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән 8 гүзәл зат «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде. Әсәләрҙең кисерештәре һәм тәбрикләү тантанаһы хаҡында киләһе сюжетта.
«Әсәлек даны» миҙалына Баймаҡ районынан бөтәһе 464 ҡатын - ҡыҙ лайыҡ була. Ғаилә, тоғролоҡ һәм мөхәббәт көнө алдынан тағы ла 8 әсә юғары наградаға эйә булды. Улар араһында ауылынан Раушания Изикова ла бар.
Ғаилә байрамы алдынан Темәс ауылынан Александр менән Гүзәл Лаврентьевтарға иһә Мөхәббәт һәм тоғролоҡ миҙалы тапшырылды. “Ашығыс ярҙам ” хеҙмәте водителе Александр Лаврентьев буласаҡ кәләшен, Бөрйән районы ҡыҙын, клубта дискотекала осрата. Улар 40 йыл бергә татыу ғүмер итә, ике бала тәрбиәләп үҫтерә.
Ярты быуат бергә. Ҡаланың ЗАГС бүлегендә 50 йыл ҡулды -ҡулға тотоноп, татыу матур ғүмер кисергән, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлаған өс пар тәбрикләнде. Баймаҡ ҡалаһынан Әғзәм менән Зәйтүнә Йылҡыбаевтар, Урал менән Мәрхәбә Вәлиевтар, Сергей менән Александра Хатнянскийҙар -алтын туйҙарын билдәләне.
Татыу ғаилә - ил күрке. Күп балалар үҫтереп, уларға матур тәрбиә биргән ғаиләләр -район ғорурлығы. “Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ булыусылар һәм алтын туйҙарын билдәләүсе парҙар быға асыҡ дәлил.
Альбина Байегетова






