Өфө фән һәм технологиялар университетының Хоҡуҡ институтында диплом тапшырыу тантанаһы үтте

Хоҡуҡ институты быйыл белгестәр сығарыу буйынса рекорд ҡуйҙы. Тотош университеттан 5000 студент ҡулына диплом алһа, уларҙың 700-е юриспруденция йүнәлеше буйынса. Йәштәрҙе хоҡуҡ һаҡлау органдарынан абруйлы шәхестәр тәбрикләне, эшлекле тәҡдимдәрен еткерҙе.

Эйә булған ғилемен ҡайһы өлкәгә йүнәлтеүе йәш белгестең үҙенән тора. Беҙ, эске эштәр министрлығы етәкселеге абруйлы институтты тамамлаусы йәштәрҙе үҙебеҙҙең сафта күреүгә шатбыҙ!

Александр Прядко, Башҡортостан буйынса эске эштәр министры

Беҙҙең институт юриспруденция буйынса иң көслө уҡыу йорттарының береһе. Артабан белемеде магистратурала камиилаштырырға теләйем. Бының өсөн беҙҙә бөтә мөмкинлектәр бар.

Рәил Рәхмәтуллин, Хоҡуҡ институтын тамамлаусы
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ