Башҡортостандың Милли музейында Рәсәй геройы, гвардия майоры Александр Доставаловтың тыуыуына 60 йыл тулыуға арналған күргәҙмә асылды. Ике аҙна эшләйәсәк экспозицияла ҡаһарман яҡташыбыҙҙың биографияһы, хәрби юлы, шәхси әйберҙәре менән танышырға мөмкин.
Александр Васильевич Өфөлә тыуған, әрмегә саҡырылғандан һуң хәрби машинаның механик-водителе һөнәрен үҙләштерә, артабан Ленин комсомолы исемендәге Рязандағы юғары һауа-десант команда училищеһын тамамлай. Беренсе һәм икенсе Чечен һуғышында ҡатнаша.
2000 йылдың 1 март төнөндә Аргун тарлауығында террорсыларға ҡаршы ҡаты алышта геройҙарса һәләк булған батыр исемен мәңгеләштереү буйынса һөҙөмтәле эш алып барыла.
Күргәҙмәне асыу тантанаһынан һуң музей етәкселеге, тарихсылар һәм мәктәп уҡыусылары түңәрәк өҫтәл артындағы һөйләшеүгә йыйылды. Осрашыуҙа Башҡортостандан сыҡҡан Рәсәй геройҙары тураһында әңгәмә ҡоролдо, патриотик фильм күрһәтелде. Шулай уҡ Александр Доставаловтың тыуыуына 60 йыл тулыуға арналған флешмобҡа йомғаҡ яһалды.



