Асҡын боҙ мәмерйәһенә МХО биләмәһендә ҡатнашыусы яугирҙарыбыҙҙың яҡындарына экскурсиялар ойошторола

Һаҡсыл мөнәсәбәт талап иткән тәбиғәт ҡомартҡыһына сәйәхәт. Асҡын боҙ мәмерйәһенә махсус хәрби операция биләмәһендә ҡатнашыусы яугирҙарыбыҙҙың яҡындарына экскурсиялар ойошторола. Республика башлығы гранты ярҙамында тормошҡа ашырылған проект сиктәрендә тәбиғәт ҡомартҡыһы 400-ҙән ашыу кешене ҡабул итәсәк. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Асҡын боҙ мәмерйәһенә сәфәр тотоусылар, бер үк ваҡытта Архангел һәм Ғафури районындарының флора һәм фаунаһы менән дә таныша ала. Бының өсөн юл буйына ҡуйылған махсус алтаҡталарға иғтибар итеү ҙә етә. Бөгөн тәбиғәт ҡомартҡыһы биләмәһендә «Ҡыҙыл китап»ҡа ингән үҫемлектәр менән бергә, ыласындың бер төрө ингән.

Уникаль тәбиғәт мөйөшөнә тик бер юл алып бара. Бының өсөн бар шарттар тыуҙырылған. Мәмерйә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарыбыҙҙың яҡындары һәм туғандарын көтөп ҡала.

Махсус саҡырылған туристар араһында мәмерйәне тәүгә күреүселәр ҙә, икенсегә килеүселәр ҙә бар. Һуңғылары тәбиғәт ҡомартҡыһы тирәләй уңайлыҡтар тыуҙырылыуын билдәләй.

Әгәр туристарҙы ғәйәт ҙур сталагмиттар ҡыҙыҡһындырһа, ә ғалимдарҙы боҙҙоң үҙе. Ул боҙ дәүеренән һаҡланған. Бығаса һауа температураһы бында дүрт градус тирәһе һыуыҡ булһа, һуңғы йылдарҙа ноль кимәлендә. Белгестәр билдә!ләүенсә, быға донъяуи глобаль йылыныу йоғонто яһай.

Туристарға алдан килешеп билдәләнгән ваҡытта килеү тәртибе булдырылған. Мәмерйәләге яҡтыртыу ҡоролмалары егерме минут һайын автомат рәүештә һүнә. Ер аҫты мөғжизәһе ҡараңғылыҡҡа күмелә. Тәьҫораттар иҫ киткес. Ә уға өҫтәп сәйәхәт иҫтәлеге итеп ойоштороусылар туристарға бүләк - махсус логотиплы яулыҡтар тапшырҙы.

Азат Ғәлиуллин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ