Ҡырмыҫҡалы районы Абдулла ауылында Ирек Кинйәбулатовтың хәтер сараһы үтте

Танылған башҡорт шағиры, Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ирек Кинйәбулатовтың тыуыуына 85 йыл тулыу уңайынан Ҡырмыҫҡалы районы Абдулла ауылында хәтер сараһы үтте. Осрашыуҙа әҙиптең ауылдаштары, туғандары, ижадташ дуҫтары ҡатнашты.

Сара сиктәрендә шәжәрә байрамы, Иҫке Бәпес ауылы тарихына арналған китаптың исем туйы ла үтте. Ауыл уңғандарына, хеҙмәт алдынғыларына Рәхмәт хаттары, Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ