Өфө «Владивосток - Выборг» Балтик Ралли мотофестивалендә ҡатнашыусыларҙы ҡаршы алды

Был сара өсөнсө тапҡыр ойошторола һәм быйыл уның маршруты тәүге тапҡыр Башҡортостан аша үтте.

Мотоколонна ҡунаҡтары Өфөлә Совет майҙанында, легендар генерал Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле янында туҡтаны. Сөнки мотофестивалдең төп маҡсаты булып мотоуҙыш спортын үҫтереүҙән тыш, Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарын иҫкә алыу ҙа тора. 10 мең километрҙан ашыуға һуҙылған Балтик Ралли «Үлемһеҙ мотополк» проектын да тормошҡа ашыра. Халыҡ мотоциклдар янында фотоға төшкән арала, мотоуҙышта ҡатнашыусылар һәйкәлгә сәскә һалды. Артабан байкерҙар Ағиҙел буйына юлланды.

Колонна башында барған Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров әйтеүенсә, Башҡортостанда туризмдың төрлө йүнәлештәрен үҫтереүгә ныҡлы иғтибар бирелә. Был тәңгәлдә юл буйы сервисын үҫтереү, туҡланыу урындары, ҡунаҡханалар, заправкалау станциялары асыу ҙа күҙ уңында тотола. Туристар өсөн яңы, заманса объекттар сафҡа индерелә.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ