Өфөлә бишенсе «Терра Башҡортостан» ат-спорт турнирына старт бирелде

Быйылғы миҙгелдең приз фонды 10 миллион һум күләмендә билдәләнгән. Ғәҙәттәгесә, бөтә этаптар ҙа «Аҡбуҙат» ипподромында ойошторола. Ярыштарҙың тәүге тур һөҙөмтәләре киләһе репортажда.

Айгөл Моратова аттар тураһында сәғәттәр буйы һөйләй ала. Шишмә районынан 18 йәшлек ҡыҙ «Терра Башҡортостан» турнирының быйылғы миҙгеле фавориттарының береһе. Өс йыл элек ул сенсация тыуҙыра, башта һайлап алыу этабында еңә, һуңынан миҙгел йомғаҡтары буйынса иң яҡшыһы тип таныла. Юбилейлы миҙгелдә һәүәҫкәр жокей Уразбай һәм Йылҡыбай ҡушаматлы аттарҙа ярышасаҡ. Тәпереш ауылында ҡыҙҙың атаһының үҙ хужалығы бар, унда йөҙгә яҡын йылҡы малы иҫәпләнә.

«Терра Башҡортостан» турнирының төп маҡсаты - башҡорт тоҡомло аттарҙы популярлаштырыу. Шуға ла ул ат спортын һәм йылҡысылыҡты үҫтереүҙә ҙур роль уйнай. Уҙған йылдан ярыштарҙың форматына үҙгәрештәр индерелгән. Әгәр ҙә тәүге йылдарҙа иң яҡшы жокейҙар асыҡланһа, хәҙер аттарҙы уларҙың хужалары сығара. Ярыштар олимпия системаһы буйынса үтә.

Башҡорт тоҡомло аттар үҙҙәренең сыҙамлығы менән дан тота. Шуға ла ойоштороусылар быйыл дистанция оҙонлоғон арттырырға ҡарар иткән. Ярыштың тәүге көнөндә Баймаҡ районы вәкилдәре алдынғылыҡты бирмәне. 12 йәшлек Егор Кузнецов ике тапҡыр финишҡа беренсе булып килде. Шулай уҡ башҡа төбәк жокейҙары ла һынатманы.

Быйылғы турнир бөтәһе 8 турҙы үҙ эсенә ала. Ял көндәрендә ойошторолған ярыш һөҙөмтәләре буйынса сирек финалсылар билдәләнде. Киләһе этап был аҙнала үтә. Ярыштарға 10 сентябрҙә йомғаҡ яһала.

Илдар Байбулатов

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ