Күләмле сараны Ағиҙел ҡалаһы хакимиәте Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы, Эшҡыуарлыҡ буйынса агентлыҡ һәм «Минең бизнес» үҙәге ярҙамында ойошторҙо. Фестивалдә стритбол, стритворкаут буйынса ярыш, интеллектуаль уйындар - шахмат һәм шашка буйынса турнир, төрлө оҫталыҡ дәрестәре үтте.
Фестивалдә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа дәүләт ярҙамы буйынса бушлай консультациялар уҙғарылды, шулай уҡ бизнес-уйын ойошторолдо. Мәҙәни-спорт программа менән байытылған сараға Башҡортостандың күрше төбәктәрендә йәшәүселәр ҙә шаһит булды.



