Сәләмәтлек поездары табиптары 4 меңдән ашыу кешелә төрлө ауырыуҙарҙы асыҡлаған

Республиканың район-ҡалалары буйлап хәрәкәт иткән Сәләмәтлек поездары табиптары 4 меңдән ашыу кешелә төрлө ауырыуҙарҙы асыҡлаған. Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә һүҙ барҙы. Башҡортостанда шулай уҡ йәмәғәт транспортын яңыртыу программаһы дауам итә. Яңы автобустар август айында маршрутҡа сыға. Республикалағы күләмле урман янғындарына килгәндә, улар һүндерелгән. Аҙна бурыстары тураһында БЮТ ижади төркөмө әҙерләгән яҙма.

17 июль Рәсәй геройы Александр Доставаловтың тыуған көнө, уға 60 йәш тулыр ине. Өфөлә тыуып үҫкән егет Төньяҡ Кавказда батырҙарса һәләк була. Иҫтәлекле дата уңайынан оператив кәңәшмәлә республика етәксеһе Александр Доставалов исемендәге ирекле батальон хәрбиҙәренә дәүләт наградаларын тапшырҙы. Махсус хәрби операция биләмәһендә күрһәткән батырлыҡтары өсөн батальон яугирҙары Миңлеғәле Шайморатов орденына лайыҡ булды.

Лиза Алерт эҙәрмәндәр отрядына грант ярҙамы күрһәтеләсәк. Уҙған йыл һөҙөмтәләре буйынса ирекмәндәр 500-гә яҡын кешене табырға ярҙам иткән. Радий Хәбиров республика уҡыусыларын да Тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре дәрестәрендә компас менән эш итеү, картография һәм навигация нескәлектәренә өйрәтергә мөһимлеген билдәләне.

Уҙған аҙнала Башҡортостандың Белорет, Бөрйән, Йылайыр райондарында урман янғындары теркәлде. Хәлдең ҡатмарлы булыуын иҫәпкә алып, Белорет районының Сермән, Үҙән ауыл советтары биләмәһендә Ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде. Ялҡын 2 меңдән ашыу гектар майҙанға таралып өлгөрә, утты һүндереүгә ике аэромобиль төркөм йәлеп ителә.

Опреатив кәңәшмәлә шулай күп һанлы ялыуҙарҙан һуң Башҡортостан Хөкүмәте проблемалы «Дүртөйлөмелиоводстрой» предприятие менән килешеүҙе өҙөү тураһында хәбәр ителде.

Республиканың төньяҡ-көнбайыш райондарын хеҙмәтләндереүсе ойошма эшмәкәрлеген республикала эшләп килгән төбәк операторҙарының береһе үҙ өҫтөнә алыр тип көтөлә.

Быйыл «Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк» акцияһы сиктәрендә табиптар 196 алыҫ тораҡ пункттарҙа булған. Сир асыҡланған пациенттарҙың барыһы ла иҫәпкә ҡуйылған, дауалау тәртибе билдәләнгән. Сәләмәтлек акцияһы 15 сентябргә тиклем дауам итә.

Лилиә Мәҡсүтова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ