Ҡырымдың курорттар һәм туризм министрлығы автомобиль күперендәге ғәҙәттән тыш хәлгә бәйле өҫтәмә ҡыҙыу линия асты. Был хаҡта урындағы төбәк башлығы кәңәшсеһе Олег Крючков хәбәр итте. Килеп тыуған хәлгә ҡағылышлы һорауҙар буйынса 8 978 515-33-22 телефоны буйынса шылтыратырға мөмкин. Бынан тыш, министрлыҡта тағы ла бер ҡыҙыу бәйләнеш ғәмәлдә ҡала.
Ҡырым күперендә ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләрен бөтөрөү менән вице-премьер Марат Хөснуллин етәкселегендәге хөкүмәт комиссияһы шөғөлләнә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған төндә автомобиль күперенә Украинанының ике пилотһыҙ һыу өҫтө аппараты һөжүм итә. Террор ғәмәле тураһында статья буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Илдең транспорт министрлығы ярым утрауға юл тотоусы йәки унан ҡайтыусы туристарға яңы төбәктәр аша ҡоро ер маршрутын һайларға тәҡдим итте.






