Башҡортостанда нефтселәр һыу мәсьәләһен хәл итә

“Башнефть” компанияһы ярҙамында 17 районда 50 меңдән ашыу кеше таҙа эсәр һыу ҡуллана ала. Күгәрсен районы Йомағужа ауылында һыу үткәргес селтәрҙендә капиталь ремонт тамамланған. Стәрлебаш районы Мәҡсүт, Асҡын районы Көнгәк ауылдарында һыу менән тәьмин итеү системалары төҙөкләндерелгән. Бынан тыш, Мәсетле районында – өс һәм Ишембайҙа алты ауылда һыу торбалары тәртипкә килтерелгән. “Башнефть” йәмғеһе 30 ауыл халҡына ярҙам иткән. Бындай саралар Башҡортостан һәм “Роснефть” компанияһы араһындағы хеҙмәттәшлек килешеүенә ярашлы тормошҡа ашырыла.  

Фото №1 - Башҡортостанда нефтселәр һыу мәсьәләһен хәл итә
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ