Өфөнөң «Торатау» Конгресс-холында Бөтә Рәсәй коррупцияға ҡаршы форумы үтә

Унда федераль һәм төбәк башҡарма власть органдары, банк һәм корпоратив сектор, юғары уҡыу йорттарының ярты меңдән ашыу вәкиле ҡатнаша. Мәртәбәле сараны асыуҙа Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров сығыш яһап, республикала коррупцияға ҡаршы көрәшкә айырым иғтибар бүленеүен билдәләне.

Махсус комиссия эше сиктәрендә хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм йәмәғәт ойошмалары менән тығыҙ бәйләнеш булдырылған, коррупция буйынса енәйәтте иҫкәртеү эше алып барыла. Шул уҡ ваҡытта барлыҡ дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр күп яҡлы тикшереү үтә. Сараны ойоштороусы булараҡ Федераль ҡаҙнасылыҡ һәм Башҡортостан Хөкүмәте сығыш яһай.

Форумда ҡатнашыусылар дәүләт идара итеү сифатын яҡшыртыу, социаль ғәҙеллек булдырыу, коррупцияға ҡаршы көрәш мәсьәләләрен күтәреп сығасаҡ. Эшлекле программа сиктәрендә биш панель дисскусия майҙансығы һәм пленар ултырыш үтә. Күләмле сара һөҙөмтәләре буйынса коррупцияға ҡаршылыҡ күрһәтеү механизмдарын үҫтереү, коррупцияға ҡаршы мәҙәниәтте күтәреү буйынса тәҡдимдәр индереү ҡаралған.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ