Федераль статистика хеҙмәте мәғлүмәттәренә ярашлы, республика илдә 8-се, Волга буйы федераль округында – 2-се урында килә. 6 айҙа Башҡортостанда 1 миллион 500 мең квадрат метрҙан ашыу торлаҡ төҙөлгән. Был һан, былтырғы менән сағыштырғанда, 5 процентҡа күберәк. “Өфөнөң Ленин районына ҡараған Затон-Көнсығыш биҫтәһендә ҙур инфраструктура объекттары төҙөлә. Был биләмә Ағиҙел аръяғы тип атала. Ул яҡын киләсәктә торлаҡ төҙөлөшө буйынса төп йүнәлеш”, - тип яҙған социаль селтәрҙә республика етәксеһе Радий Хәбиров. Эштәр “Стимул” федераль программаһына ярашлы алып барыла. Канализация-насос станцияһы төҙөүгә 2 миллиард һум аҡса бүленгән. Икенсе мөһим объект коллектор. Ул баш ҡаланың Ленин һәм Орджоникидзе райондары, Затон – Өфө автомобиль юлы һәм Ағиҙел йылғаһы аша үтә. “Ағиҙел аръяғында 9 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөргә ниәтләйбеҙ”, - тигән Башҡортостан Башлығы.








