Экспозиция Өфө тарихы музейында урынлашҡан. Уны Рәсәй тарих йәмғиәте әҙерләгән. Күргәҙмә Донбасс фажиғәһе һәм украина фашистары енәйәттәрен һүрәтләй. Бында хәрби ҡорал өлгөләре, нацистар кейеме һәм башҡа экспонаттар күрһәтелгән. Радий Хәбиров әйтеүенсә, күргәҙмә махсус хәрби операцияға бәйле дөрөҫлөктө күрһәтеү һәм тарихи хәтерҙе һаҡлау өсөн мөһим.
“Ҡәҙимге нацизм” күргәҙмәһе сентябргә тиклем эшләй. Өфө тарихы музейы Ленин урамы 72-се йортта урынлашҡан.







