Башҡортостан көрәшселәре донъя чемпионатында 4 алтын миҙал яуланы

Турнир Астанала уҙҙы. Унда 27 илдән 200-ҙән ашыу спортсы ҡатнашты. Беҙҙең республиканан Артур Зөлҡәрнәев етенсегә донъя чемпионы исемен алды, Дмитрий Балянов өсөнсөгә алтын миҙаллы булды. Ҡыҙҙарҙан Алена Фатихова һәм Алина Пухова шулай уҡ беренсе урында. Бынан тыш, яҡташтарыбыҙ Олимпия Мөхийәнова, Илфаҡ Ибатуллин һәм Рәзил Шәбиев – көмөш, Виталий Балянов – бронза миҙал яуланы. 

Фото №1 - Башҡортостан көрәшселәре донъя чемпионатында 4 алтын миҙал яуланы
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ