Был дата 2007 йылдан үткәрелеп килә. Әле Башҡортостанда утыҙға яҡын янғын һүндереү станцияһы бар, шулай уҡ ирекле янғын һүндереү отрядтары эшләй. 18 йәше тулған һәр кем ошондай дружина ағзаһы була ала. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты белгесе Шамил Харисов әйтеүенсә, янғын иҫкәртеү буйынса саралар даими күрелә.







