Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгендә турнирҙы асыу сараһы уҙҙы. Спартакиада дүрт йылға бер үткәрелеп килә. Ярыштар өс ай дауамында ете төбәктә ойошторола. Унда 500-ҙән ашыу параспортсы ҡатнашыуы көтөлә. Өфөлә йөҙөү һәм өҫтәл теннисы, Салауат ҡалаһында бадминтон, еңел атлетика, футзал, дзюдо, шулай уҡ өҫтәл теннисы буйынса ярыштар үтә. Бөтә Рәсәй инвалидтар йәйге спартакиадаһын ябыу сараһы сентябрь аҙағында Өфөлә ойошторола.




