Рәсәйҙең иң яҡшы акушеры Бәләбәй бала тыуыу йортонда эшләй

Ирина Кукушкина «Урта медицина һәм фармацевтика өлкәһендә иң яҡшы белгес- 2023» Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе. Уның тураһында Радий Хәбиров күренекле кешеләрҙең тормошо рубрикаһында яҙған. Ирина Федоровна Өфө медицина училищеһынан һуң 4-се бала табыу йортона килә. Ә 1989 йылдың сентябренән Бәләбәй бала табыу йортонда эшләй.

Ирина Кукушкина биш мең ярым сабыйға донъяға килергә ярҙам иткән. Улар араһында үҙенең йәш ярымлыҡ ейәне лә бар. Коллегалары һәм пациенттар Ирина Федоровнаны сикһеҙ хөрмәт итә. Үҙ эшен белгән, талапсан, намыҫлы һәм башҡаларҙың ауыртыуына битараф булмаған медицина хеҙмәткәрҙәре шулай булырға тейеш тә.

Ирина Федоровна шулай уҡ Бәләбәй медицина колледжында ла уҡыта. 2022 йылда төбәк һөнәри оҫталыҡ конкурсында ул республикабыҙҙың иң яҡшы акушеркаһы тип танылды. Һәм бына хәҙер яңы еңеү! Ирина Федоровнаны һәм уның коллегаларын уңыштары менән ҡотлайым, тиҙ яҙған Башҡортостан Башлығы.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ