Баймаҡ лицей-интернатын 1973 йылда тамамлаусы класташтар осрашты

Ярты быуаттан һуң күрешкән, белем усағына әйләнеп ҡайтыусылар тураһында киләһе сюжетта

«Интернатым -пар ҡанатым». Баймаҡ лицейына 1967 йылдың сентябрендә 5- се класҡа 45 -лап бала уҡырға килә. Райондың төрлө ауылдарынан йыйылған ҡыҙ һәм егеттәр алты йыл дауамында бер ғаилә булып йәшәй.

Күңелле мәктәп йылдары. Баласаҡ шуҡлыҡтары. Тәүге мөхәббәт хистәре. Интернат тормошо класташтарҙа тик йылы хәтирәләр уята. Ул ваҡыттағы йәш ҡыҙҙар һәм егеттәр хәҙер инде сәстәренә сал төшкән инәй -олатайҙар. осрашыуҙа улар күңелле мәктәп йылдарына йәнә әйләнеп ҡайтты.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, класташтарҙың 16 -һы яҡты донъяла юҡ. Осрашыуға килеүселәр улар хаҡында ла онотманы. Урындағы “Нәсихәт” мәсетенә барып, мәрхүм -мәрхүмә булған уҡытыусылар һәм класташтары рухтарына аят уҡыттылар.

Мәктәпте тамамлауға ярты быуат ғүмер үткән. Класташтар хәтирәләргә бирелеп кенә ҡалманы, ә күңелдәре булғансы аралашты. Йәнле осрашыуҙан һәр кем рухи аҙыҡ алып таралышты.

Альбина Байегетова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ