Башҡортостанда йылдың тәүге яртыһында 59 мең ипотека килешеүе төҙөлгән

Был 37 процентҡа күберәк. Был турала төбәктең Росреестр идаралығы хәбә итә. Торлаҡҡа ихтыяж льготалы һәм социаль ипотека иҫәбенә арта. Һанап үтелгән факторҙар күсемһеҙ милеккә һорауҙы һәм һатыуҙы үҫтерә. Быға шулай уҡ комплекслы төҙөлөштәр программаһы ла булышлыҡ итә.

Күрһәткестәр яңы төҙөлгән йортта һәм икенсел торлаҡ һатып алыу өсөн алынған кредит буйынса төҙөлдө. Граждандарҙың ғаризаларының 93 проценты электрон ысул менән теркәлде. «Бер көн эсендә» тип аталған программа сиктәрендә был процедура ҡыҫҡа ваҡыт эсендә һәм еңел башҡарыла.

Наталья Шаһиева, Башҡортостан буйынса росреестр идаралығы етәксеһе урынбаҫары
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ