Республиканың Спорт министрлығының йөҙ йыллығы уңайынан ведомство етәксеһе Руслан Хәбибов ветерандар менән осрашты. Теүәл бер быуат элек, 1923 йылда Башҡортостан Үҙәк Башҡарма комитеты президиумы ҡарары менән Спорт һәм физик культура юғары советы ойошторола. Сарала ике тиҫтәнән ашыу спорт ветераны ҡатнашты. Руслан Хәбибов уларҙы төбәктә спортты үҫтереүгә индергән ҡаҙаныштары өсөн рәхмәт әйтеп маҡтаулы билдәләр , Рәхмәт хаттары менән бүләкләне. Байрамдың төп сараларын октябрҙә уҙғарыу күҙаллана.






