Өфөлә финанс-иҡтисади органдарҙың Бөтә Рәсәй коррупцияға ҡаршы форумы үтә

Унда федераль һәм төбәк башҡарма власть органдары, банк һәм корпоратив сектор, юғары уҡыу йорттарының ярты меңдән ашыу вәкиле ҡатнаша. Мәртәбәле сараны асыуҙа Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров сығыш яһап, республикала коррупцияға ҡаршы көрәшкә айырым иғтибар бүленеүен билдәләне. Форумдың эшлекле программаһы менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.

«Бер ришәүәт - ике енәйәтсе». «Коррупцияны тамыры менән алып ташларға, юҡ итергә!» - «Торатау» Конгресс-Холлы фойеһында коррупцияға ҡаршы плакаттар конкурсына ебәрелгән иң яҡшы ижади эштәр менән танышырға мөмкин. Экспозицияны Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та ҡараны. Төбәк етәксеһе форумда ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, республикала коррупцияға ҡаршылыҡ күрһәтеү буйынса һөҙөмтәле эш алып барылыуын билдәләне. Хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм йәмәғәт ойошмалары менән тығыҙ бәйләнеш булдырылған, коррупция буйынса енәйәтте иҫкәртеү саралары күрелә. Шул уҡ ваҡытта барлыҡ дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр күп яҡлы тикшереү үтә.

Республикала коррупцияға ҡаршы контроль һәм иҫкәртеү эше көслө. Власть органдарының барлыҡ кимәлдәрендә лә кадрҙар менән эш көйләнгән, махсус комиссиялар булдырылған. Башҡортостан Хөкүмәте, урындағы үҙидаралыҡ ҡарарҙарынан закондарға тиклем - ҡабул ителгән норматив-хоҡуҡи акттар ентекле тикшерелә.

Лира Иғтисамова, Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары - Финанс министры

Бөтә Рәсәй коррупцияға ҡаршы форум ил президенты раҫлаған милли планға ярашлы үтә, ойоштороусы булараҡ Федераль ҡаҙнасылыҡ һәм Башҡортостан Хөкүмәте сығыш яһай. Мәртәбәле сара Өфөлә осраҡлы ғына уҙғарылмай. Республикала коррупцияға ҡаршы алып барылған эш яҡшы яҡтан телгә алынды.

Тап Башҡортостанда беҙ коррупцияға ҡаршылыҡ күрһәтеү, уны асыҡлау, юҡ итеү буйынса күләмле эш башҡарылыуын күрҙек. Был өлкәлә тәртип булдырыуға власть органдарының барлыҡ вертикале, фән берләшмәһе, йәмәғәт ойошмалары һәм битараф булмаған граждандар йәлеп ителгән.

Александр Михайлик, Федераль ҡаҙнасылыҡ етәксеһе урынбаҫары

Форумда ҡатнашыусылар дәүләт идара итеү сифатын яҡшыртыу, социаль ғәҙеллек булдырыу, коррупцияға ҡаршы көрәш мәсьәләләрен күтәреп сыҡты. Эшлекле программа сиктәрендә биш панель дисскусия майҙансығы ойошторолдо. Вазифа вәкәләттәре, хеҙмәт урыны менән артыҡ файҙаланыу, ришәүәтселек сығанаҡтары һәм сәбәптәре тикшерелде. Проблемаға ҡаршылыҡ күрһәтеү буйынса тармаҡ, төбәк һәм корпоратив механизмдар билдәләнде. Виртуаль киңлектә, һанлы донъяла хәүефһеҙлек темаһы ла яҡтыртылды.

Пленар ултырышта федераль һәм төбәк власть органдары етәкселеге, ғалимдар ҡатнашты. Форум һөҙөмтәләре буйынса коррупцияға ҡаршылыҡ күрһәтеү механизмдарын үҫтереү, коррупцияға ҡаршы мәҙәниәтте күтәреү буйынса тәҡдимдәр индереү ҡаралған.

Форум барышында мәғлүмәт хәүефһеҙлеге буйынса кадрҙар әҙерләүгә бәйле эшлекле сессия уҙғарылды. Тармаҡ белгестәре киберуҡыуҙар үтһә, Рәсәйҙең алдынғы юғары уҡыу йорттары студенттары Киберолимпиадала ҡатнашып, электрон ресурстарға йүнәлтелгән тышҡы һөжүмгә алдынғы алымдар менән ҡаршылыҡ күрһәтте.

Коррупцияға ҡаршы форум эшлекле программа менән генә сикләнмәй. Күләмле сара сиктәрендә илдең финанс-иҡтисади органдары спартакиадаһын ойоштороу ҡаралған. Федераль округтар командалары йөҙөү. Волейбол, теннис һәм башҡа спорт төрҙәре буйынса ярышып, иң көслөләрҙе асыҡлай. Шулай уҡ следж хоккей буйынса турнир көтөлә.

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ