Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы ағзалары Көнсығыш сығыу юлында алып барылған төҙөлөштөң сифатын баһаланы. Әлеге ваҡытта объектта эш 75 процентҡа теүәлләнгән. Аҙна аҙағында Өфө йылғаһы аша һалынасаҡ күпергә һәм эстакадаға асфальт түшәләсәк. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Өфөнөң Салауат Юлаев проспекты. Тоннелдең төньяғында ла, көньяҡ өлөшөндә лә йәнлелек күҙәтелә. Төҙөлөш идаралығы әйтеүенсә, объектта эш бөгөн 80 процентҡа тиклем теүәлләнгән. Әле инженер-коммуникация селтәрҙәрен монтажлау алып барыла. Ай аҙағында тоннель эсендә махсус юл ҡатламы түшәләсәк.
Тап ошо арауыҡты бөгөн Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы ағзалары ла үтте. Улар объект төҙөлөшөн тикшерҙе, технологияһы менән ҡыҙыҡһынды. Өфө йылғаһы аша һалынған күпер төҙөлөшө лә шулай уҡ тамамланыу алдында. Ә республикала иң ҙур эстакадала эшселәр аҙна аҙағында асфальт һала башлаясаҡ.
Проект эсенә ингән юлдар төҙөлөшө лә йылдам алып барыла. Бөгөн 3 саҡрым самаһында эш теүәлләнгән дә инде.
Көнсығыш сығыу юлы төҙөлөшөн эшселәр 2023 йылдың 4-се квартылында тамамларға ниәтләй. Быға эштең план буйынса алып барылыуы ла, төҙөлөш материалдарына ҡытлыҡ күҙәтелмәүе лә мөһим роль уйнай.
Азат Ғәлиуллин






