Өфө ҡалаһы тарихы музейында нацизм тураһында күргәҙмә асылды

Унда Украинала ҡылынған енәйәттәрҙең дәлилдәре: фотоһүрәттәр, ҡорал, шеврондар һәм милләтселәрҙең шәхси әйберҙәре күрһәтелгән. Тәүгеләрҙән булып экспозиция менән Республика Башлығы Радий Хәбиров танышты.

Экспозиция Донбасс халҡының фажиғәһен һәм неонацистарҙың енәйәттәрен һүрәтләй. Рәсәй тарихи йәмғиәте башланғысы менән ойошторолған күргәҙмәгә экспонаттарҙы Рәсәй мәҙәниәт министрлығының музей-ара төркөмө йыйған. Төркөм ағзалары азат ителгән территорияларҙа аяуһыҙ енәйәт дәлилдәрен һәм боевиктар ҡалдырған әйберҙәрҙе йыяған. Күргәҙмә стендтарында НАТО илдәренең ҡорал өлгөләре, шулай уҡ Киев режимының православ ғибәҙәтханаларын юҡ итеү буйынса маҡсатлы сәйәсәтен раҫлаусы әйберҙәр ҡуйылған. Радий Хәбиров күргәҙмәне мөмкин тиклем күберәк кеше күрергә тейеш тип билдәләне.

Күргәҙмәне асыу тантанаһында федераль ҡунаҡтар - Рәсәйҙең мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Константин Могилевский һәм «Ватан Тарихы» фондының башҡарма директоры Руслан Гагкуев ҡатнашты. Нацизм тураһында күсмә экспозиция 2022 йылдан алып илдең төрлө ҡалаларында ойошторола. Башҡортостанда уҡ уҡыусылар һәм студенттар өсөн экскурсиялар уҙғарыла

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ