Күгәрсен районының Күгәрсен ауылына 260 йыл тулды

Ошо уңайҙан төбәктә ҙур байрам сараһы ойошторолдо. Иртә яҙҙан башланған әҙерлек эштәре үҙ һөҙөмтәләрен бирҙе - ауылда стела яңыртылды, ауыл ҡапҡаһы ҡалҡып сыҡты. Күгәрсендәр шатлығын БЮТ ижади төркөмө лә уртаҡлашты.

Ауылға 260 йыл тулыу айҡанлы байрам сараһы ауыл осонда ҡалҡып сыҡҡан стеланы асыуҙан башланып китте. Яңы обьектты ауылдаштарына ағалы-ҡустылы Фәрғәт һәм Фәиз Ваһаповтар бүләк иткән. Стела хәрефтәре төндә балҡып янып тора,ауылға килеүсе һәр кемде сәләмләй.

Тигеҙ урамдар, төҙөк ҡапҡалар. Байрам ауылдаштарҙы, ошо ерҙә тыуып үҫкән, бөгөн илдең төрлө тарафтарында йәшәгән яҡташтарҙы йыйҙы. Юбилейға килеүселәр “Атайсал” проекты нигеҙендә төҙөлгән ауыл ҡапҡаһы аша үтте.

Ҡунаҡтар тыуған ауыл урамы буйлап сәйәхәт итте, беренсе туҡталыш ауылдың йөҙөк ҡашы - Шәфиғә мәсете янында. Ауыл булмышын ошо көндәргә тиклеп һаҡлап ҡалған, уны үҫтереп йәшәгән ауылдаштары рухына күгәрсендәр доға ҡылды .

Күгәрсен ауылы фронтка 240 кеше оҙатҡан, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың 105 тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтмай. Байрамға килеүселәр тыуған иле тыныслығын яҡлап сыҡҡан ата-бабалары рухын иҫкә алды. Һуғыш афәтен ете йәшлек бала булып ҡаршы алған Октябрь Кәли улы Вәлитов ул осорҙы бик яҡшы хәтерләй.

Сараларҙың төп өлөшө ауыл осонда урынлашҡан байрам майҙанында дауам итте. Тыуып үҫкән, тәүгә аяҡ баҫҡан ерен һағынып ҡайтҡан ауылдаштар өсөн концерт ойошторолдо. Көн дауамында барған сағыу сарала һәр быуынға ҡарата үҙ ялы, үҙ яйы табылды.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ