Унда илдең Һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко ҡатнаша. “Ведомство етәксеһе Дәүләт Думаһы депутаттары алдында сығыш яһаны һәм беҙҙең республиканың ҡаҙаныштарын билдәләне. Ул фельдшер-акушер пункттарын үҫтереү буйынса алып барылған эш һөҙөмтәләрен атаны. Беҙҙең медицина пункттары – илдә иң яҡшылар рәтендә”, - тип яҙған социаль селтәрҙә Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин. 2018 йылда республикала 2 мең тирәһе фельдшер-акушер пункты иҫәпләнгән. Уларҙың торошо ла төрлөсә булған. “Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау үҫеше” тигән дәүләт программаһын тормошҡа ашырабыҙ. Уға ярашлы, медицина хеҙмәтен яҡшыртабыҙ. 4 йыл эсендә 285 яңы ФАП асылды, ҡоролмалар алынды, интернет үткәрелде. Хәҙер телемедицина консультациялары уҙғарабыҙ”, - тигән Максим Забелин. 2025 йылға тиклем республикала тағы ла 286 фельдшер-акушер пунктын модернизациялау ҡарала. Уларҙың 76-һы быйыл яңыртыла.







