Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко Дәүләт Думаһында үткән пленар ултырышта шулай тип белдерҙе. Ул һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу темаһы буйынса сығыш яһаны. “Телемедицина консультацияһы ваҡытты сарыф итмәҫкә, кешегә оператив ярҙам күрәһергә мөмкинлек бирә. 7 августа Башҡортостанда беренсел звеноны яңыртыу мәсьәләләренә арналған Бөтә Рәсәй кәңәшмәһе үтә”, - тип белдерҙе Михаил Мурашко. Министр билдәләүенсә, илдә ғүмер оҙонлоғо 72 йәштән артҡан, шулай уҡ сабыйҙар үлеме кәмегән.







