Архангел районында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән

Авария бөгөн “Приуралье” станцияһында булған. ВАЗ автомобиле тимер юл аша сыға торған урында йөк поезы менән бәрелешкән. Еңел машинаны йөрөткән водитель – 51 йәшлек ҡатындың ғүмере өҙөлгән. Салондағы пассажирға медицина ярҙамы күрһәтелгән. Урында тикшереү бара. Пассажир һәм йөк поездары тотҡарланмай, тип хәбәр итәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығынан.

Фото №1 - Архангел районында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ