Сибай тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейына килеүселәр маскировка селтәре үреүҙә ҡатнаша. “Яҡташтарыбыҙ был эшкә ихлас ҡушылды. Һәр кем алғы һыҙыҡта алышҡан ир-егеттәргә ярҙам итергә теләй”, - ти музей директоры Альбина Ярмуллина.
Маскировка селтәре үреү өсөн йәшел, ҡуйы йәшел һәм камуфляж төҫөндәге туҡыма кәрәк.







